Әбйәлил районы үҙәгендә Тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш осоро балаларына һәйкәл асылды

Ул Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бар көсөн һалған ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың хеҙмәтен данлай. Ниәтте бойомға ашырыр алдынан урындағы ветерандар ойошмаһы бер нисә һәйкәл проектын тикшерә. Һөҙөмтәлә улар төбәккә хас булған, шул осорҙағы кейемдәр сағылыш тапҡан, балаларҙың башаҡ йыйған ваҡытын күҙәләндергән стелаға өҫтөнлөк бирә.

Фото №1 - Әбйәлил районы үҙәгендә Тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш осоро балаларына һәйкәл асылды

Һәйкәлде асыу тантанаһы хәтер һәм ҡайғы көнөнә тура килде. Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, йылдан-йыл тыл хеҙмәтсәндәренең дә, һуғыш осоро балаларының да сафы һирәгәйә, күптәре олпат йәштә. Быуындары ла нығынып өлгөрмәгән үҫмерҙәр ололар менән бер рәттән колхоз-совхоз эшенә егелә. Ағыуланған башаҡ ашап үлеүселәр ҙә була. Әммә был ауыр йылдарҙа барыһы ла "Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн!" лозунгы аҫтында эшләй.

Беҙҙең райондан 6,5 меңдән ашыу кеше һуғышҡа киткән, уларҙың 3,5 меңе генә әйләнеп ҡайтҡан. Һуғыш осоронда ауылда ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар, бабайҙар, балалар ауыр көндәр кисергәндәр.

Ансар Төлкөбаев, Әбйәлил районы ветерандары советы рәйесе

Асҡарҙың үҙәк урамдарының береһендә, район китапханаһы янында барлыҡҡа килгән был тарихи һәйкәл янына килеп, һәр кем ҡулына ураҡ, көрәк, һәнәк тотоп үҫкән быуынға, ир-егеттәр урынына ауыр эшкә егелгән ҡатын-ҡыҙҙарға баш эйер, уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәтен хөрмәтләп телгә алыр. Йәш быуында улар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уяныр, илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттары тәрбиәләнер тигән теләктә әбйәлилдәр.

Колхозда прополкала йөрөнөк, башаҡтар йыйҙыҡ. Уларҙы тоҡҡа тултырып тапшыра торған инек. Тапшырмаһаң – штраф.

Сания Мәхийәнова, Байым ауылында йәшәүсе

Һуғыш балаларын хөрмәт итеп Һәйкәл асыт бөгөн Әбйәлил. Изгелектәр ерҙә ятып ҡалмаҫ, Рәхмәт әйтер һеҙгә барса ил. Рәхмәт әйтер һеҙгә барса ил...

Сәсәниә Хәнифә Әбүбәкирова
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ