Иглин районының "Мизюк" крәҫтиән-фермер хужалығында быйыл ул Канада технологияһы буйынса йәғни, рулондарға төрөлә. Белгестәр фекеренсә, яңы ысул сенаж күләмен арттырыу, малсылыҡ продукцияһы сифатын яҡшыртыу һәм сығымдарҙы кәметеү мөмкинлеге бирә.
"Мизюк" хужалығы һөтсөлөк йүнәлешендә эш алып бара. Тармаҡ продукцияһының күләме һәм сифаты мал аҙығына туранан-тура бәйле. Силос менән сенажды элеккесә траншеяла әҙерләгәндә, күрһәткестәрҙе яҡшыртыу күпкә ауырға төшә. Яңы ысулға килгәндә, эш насар насар һауа шарттарында ла туҡтамай. Рулон аша ультразәңгәр нурҙар ҙа, дым да, һауа ла үтмәй.




