27 июнгә тиклем Хәйбулла районында бишенсе класлы ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә

Был турала Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса Башҡортостан идаралығы хәбәр итә. Шәмбе республиканың башҡа төбәктәрендә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән күк күкрәп бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал.

Иртәгә республикала һауа температураһының төндә +9, +14 градус йылы, көндөҙ +24, +29 градусҡа тиклем күтәрелеүе, Өфөлә төндә +11, +13, көндөҙ +26, +28 градус йылы булыуы күҙаллана. Алдағы ике көндөң йылы тороуы көтөлә.