Өфөнөң "Башҡортостан" сауҙа үҙәгендә бөгөн сәләмәт йәшәү рәүешен прополандаған фестиваль үтте. Асыҡ һауалағы сәхнәлә билдәле музыканттар һәм спортсылар сығыш яһаны. Фестиваль Өфөлә йәшәүсе бер төркөм йәштәр башланғысы һәм төрлө ойошмалар ярҙамында ойошторолдо.
Бындай форматта тәүге тапҡыр үтеүенә ҡарамаҫтан ул төрлө быуын кешеләрен берләштерҙе.
– Бөгөнгө йәштәр күберәк айыҡ тормошҡа ынтыла. Тәмәке, эскене ташлайҙар, спорт менән шөғөлләнәләр. Һәр кеше айыҡ баш менән был донъяла эш итһен. Беҙҙең балалар беҙҙән миҫал ала, уларға лайыҡлы өлгө күрһәтергә кәрәк. - тип билдәләй "Янғантау" шифаханаһы хеҙмәткәре Гөлсимә Нафиҡова.




