Табын ырыуы йәштәре икенсегә ҡор йыйҙы

Ҡырмыҫҡалы районында уҙғарылған фестиваль быйыл меңгә яҡын кешене берләштәрҙе. Төрлө район-ҡалаларҙан килгән ырыуҙаштар тирмәләр ҡороп, милли кейемдәрҙә сығыш яһаны, үҫеп килгән быуынға халҡыбыҙҙың йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында һөйләне.

Фото №1 - Табын ырыуы йәштәре икенсегә ҡор йыйҙы

Ҡырмыҫҡалы районының Һәүәләй ауылы биләмәһе халҡы ҡорған тирмәне урап үтеү мөмкин түгел. Табын ырыуы вәкилдәре фестивалгә йыйылыусыларҙы күңелле йыр-бейеүҙәр менән арбай. Олоһо ла, кесеһе лә милли кейемдәрҙә. Фәһимә Абдрафиҡова байрамға үҙенең нәҫел шәжәрәһен дә алып килгәйне. Был ағаста ун быуын күрһәтелгән. Тормош асылы - туғандар менән татыу йәшәүҙә, ти ханым.

Нәҫелдәр ептәрен өҙмәү – күркәм күренеш. Сөнки үткәндәрҙе белмәйенсә киләсәккә юл юҡ. Йәштәр тамырҙарын белеп үҫһен.

Фәһимә Абдрафиҡова, Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар ауылында йәшәүсе

Табын ырыуы йәштәре фестивале былтыр Архангел районында уҙғарылһа, быйыл эстафетаны ҡырмыҫҡалылар ҡабул итте. Бишауыл-Уңғар ауылы эргәһендәге аҡланда Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән килгән табындарҙы ла күрергә мөмкин ине. Меңдән ашыу кеше - барыһын да тарихҡа һөйөү берләштерә. Фестивалдә ҡул эштәре күргәҙмәләре эшләне. Өлкән быуын вәкилдәре йәштәр менән Табын ырыуының әҙәби-тел мөхитенә арналған фекер алышыу ҙа ойошторҙо.

Ҡырмыҫҡалы районы Табындары “т” хәрефе менән һөйләшәбеҙ: Көйәнтәһен алды, иң башына һалты, тип. Шуға күрә ҡайҙа барһаң да былар Ҡырмыҫҡалы районынан, былар Табындар тип торалар.

Фәрғәт Ҡотлобаев, Ҡырмыҫҡалы районы Табын ырыуының ҡор башы

Ошонда уҡ йәштәр мәғариф проекттарын да яҡланы. Ауылда эшҡыуарлыҡты үҫтереү, сәләмәт тормош алып барыу, халыҡ педагогикаһына арналған майҙансыҡтар эшләне. Сара табындар араһында йәш лидерҙарҙы билдәләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы.

"Табын ырыуы һылыуҡайы" бәйгеһе ойошторолдо. Конкурста тиҫтәнән ашыу ҡыҙ ҡатнашты. Һәр райондан берешәр вәкил. Ир-егеттәр араһында ла батырҙар асыҡланды.

Фестиваль майҙаны һабантуйҙы хәтерләтте. Бында спорт ярыштарынан тыш, милли уйындар ҙа ойошторолдо. Шулай уҡ халыҡ йәйәнән уҡ атыу буйынса уҙғарылған оҫталыҡ дәресендә ҡатнашып, мәргәнлеген, етеҙлеген һынап ҡараны.

Табын ырыуы йәштәре ваҡытын файҙалы уҙғарҙы. Туғыҙ сәғәткә иҫәпләнгән программа сиктәрендә егет-ҡыҙҙар шахмат, шашка буйынса турнирҙарҙа ла сығыш яһаны. Ғафури районынан Салауат Түзбәков әйтеүенсә, зиһенде үҫтереүсе уйындарҙа йәштәр йыл да яҡшы күрһәткестәргә ирешә.

Фестиваль аҙағында эстафета Тәтешле районына тапшырылды. Тимәк, табын ырыуы вәкилдәре киләһе йыл республиканың төньяҡ-көнбайышына юлланасаҡ.

Башбат

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ