Женевала быйыл дүртенсегә билдәләнгән милли байрам тотош Европа халҡын бер майҙанға йыйҙы. Ҡунаҡтар өсөн бай йөкмәткеле мәҙәни-спорт программаһы, милли ризыҡтарҙан һығылып торған һый тәҡдим ителде. Швейцариялағы "Юлдаш" башҡорт һәм татар халҡы ассоциацияһы ойошторған сараға "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының "Бирешмә" төркөмә махсус саҡырылды.
Башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы Женева ҡалаһында йыш яңғырай. Щвейцарияла йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең бер генә мәҙәни сараһы ла ҡурайһыҙ үтмәй. Быйылғы һабантуй бигерәк тә үҙенсәлекле булды. Сит илдә тәүге тапҡыр "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының йәш йондоҙҙары сығыш яһаны.
"Бирешмә" төркөмө дәртле йыр-моңдарҙан тыш, "Тамыр" телеканалы дизайнеры Сәлимә Усманованың милли стилдәге кейемдәр коллекцияһын да тәҡдим итте. Әйткәндәй, Щвейцария һабантуйы ысын мәғәнәһендә тамырҙар йыйынын хәтерләтте. Тамашасылар "Тамыр" телеканалының тәүге йондоҙҙарының береһе Гөлнур Ҡарабулатованың сығышын да йылы ҡабул итте. Шул уҡ ваҡытта икенсе майҙансыҡта коллективта хәбәрсе, унан режиссер булып эшләп киткән Гөлназ Ғәлимуллинаның шәхси күргәҙмәһе эшләне.
Һабантуй, әлбиттә, милли уйындарһыҙ үтмәне. Щвейцарияның быйылғы батыры исеменә Лондонда йәшәүсе милләттәшебеҙ Айбулат Йәнтүрин лайыҡ булды.
Щвейцария һабантуйына килгән халыҡ ниндәй генә телдә аралашмаһын барыһы ла бер-береһен тәү ҡараштан аңланы. Байрамда үткәрелгән төрлө милли уйындарҙа ҡатнашып, милли ризыҡтарҙан һыйланды. Ә шул арала тамырҙар Лондонға саҡырыу алды.




