Аксаков исемендәге мәҙәниәт баҡсаһында үткән балалар байрамы йыр-бейеү, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмә, лекциялар һәм уйын-көлкөнө берләштерҙе. Байрам ябай күңел асыу сараһы ғына түгел, хәйер, уйын-кәлкә лә етерлек. Аксаков паркының һәр мөйөшөндә тиерлек балалар өсөн оҫталыҡ дрестәре ойошторолған. Берәүҙәр һүрәт төшөрөргә өйрәнһә, икенселәре сигеү сигә. Хатта, шунда уҡ үҙенең ҡул эштәрен һата ла ала.
Ҡул эштәре менән бер рәттән заман технологиялары... Паркта балаларға виртуаль донъя серҙәренә, заманса технологияларҙың билдәһеҙ яҡтарын да өйрәнергә мөмкин. Интернет киңлектәрендә лә үҙеңде дөрөҫ тота белеү мөһим, ти ойоштороусылар.
Балалар фестивале булыуға ҡарамаҫтан, өлкәндәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Улар өсөн байрамда бер ниндәй түләүһеҙ психолог, диетолог һәм табип кәңәштәре бирелде. Ғаилә йылына бағышлап ойошторолған сараны йыл да уҙғарыу ҡарала. Сөнки тап ошондай фестивалдәрҙә ғаилә, бала һәм әсә мөнәсәбәттәре, мәңгелек ҡиммәттәр нығына.




