Алтынсы тапҡыр ойошторолған бәйге быйыл халыҡ-ара статусҡа ла күтәрелде. Ярышҡа Мәскәү, Ҡазан, Санкт-Петербург һәм Өфө вәкилдәренән тыш, Беларусь республикаһы вәкилдәре лә сыҡты.
Ниһайәт, Ағиҙелдә. Мәскәүҙән килгән Олег Олесов ярышҡа тулыһынса әҙер. Кәмәнең моторы еңеүгә көйләнгән тип шаярта ул. Өфөлә һәүәҫкәр спортсы тәүге тапҡыр. Ваҡыты тар булһа ла Салауат Юлаев һәйкәлен барып күргән.
Өфөлә моторлы һыу спорты саралары даими ойошторола. Әлеге ярыш та 6-сы тапҡыр үтә. Быйыл унда Рәсәйҙән тыш Беларусь вәкилдәре лә ҡатнаша. Шуға ла сараны халыҡ-ара кимәлгә сыҡты тип әйтергә мөмкин, ти ойоштороусылар.
Ярышҡа бары тик рәсми теркәү үткән кәмәләр генә сыға ла. Бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы вәкилдәре Ағиҙелгә төшкән һәр моторлы транспортты күҙәтеп тора.
Ярышта ҡатнашыусыларға Ағиҙелдең төҙөкләндерелгән яр буйын һынау мөмкинлеге лә булды. Улар фекеренсә, нығытмалар заман талаптарына яуап бирә, моторлы кәмәләр, ә иң мөһиме уларҙың хужалары өсөн барлыҡ уңайлыҡтар ҙа ҡаралған.




