Отрядтар урынына ырыуҙар, ә девиздарҙы оран алмаштыра

Әбйәлил районының Әбделмәмбәт ауылы мәктәбендәге "Ҡояшҡай" лагеры быйыл Мәрйәм Бураҡаеваның "Йәйләү" программаһы буйынса эшләй. Балалар ял менән бергә башҡорт халҡының милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, кәсептәрен, уйындарын өйрәнә.

Һөнәре бар кеше юғалмаҫ тип Әбделмәмбәт мәктәбендә дүрт йыл элек умартасылыҡ менән шөғөлләнә башлайҙар. Балалар уҡыу йылында бал ҡортон тотоу серҙәренә төшөнә, әммә йәй был кәсеп менән баҡсала, умарталар янында танышыу мөмкинлеге бар. Класста парта артында теорияны өйрәнеүгә ҡарағанда үҙ күҙең менән күреү яҡшыраҡ. Балалар уҡытыусы һөйләгәнде тын да алмай тыңлай.

Боронғо башҡорттар йәйләүгә сыҡҡанда һәр ваҡыт солоҡта ҡорт тотҡандар, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгәндәр, ҡорттарҙы түмәр ярҙамында ташығандар. Был шөғөлдө юҡҡа сығармаҫ өсөн уны йәштәргә өйрәтергә кәрәк. Бөгөн йәш умартасылар юҡ тиерлек.

Тәлғәт Нарынбаев, Әбделмәмбәт урта мәктәбе уҡытыусыһы

Яулыҡ йәшереү, аҡ тирәк, күк тирәк һәм башҡа милли уйындар ваҡытында лагерь шау-гөр килеп тора. Борон был уйындар һәр урамда ғәҙәти күренеш булһа, компьютер уйындарына өйрәнгән әлеге быуынға бигүк таныш түгел, әммә мауыҡтырғыс. Уҡытыусылар һәр уйынды ойошторғанда уның килеп сығыу тарихын һөйләп, тәрбиәүи әһәмиәтен дә аңлатып бара.

Беҙҙең балалар башҡорттарҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белеп үҫешергә тейеш. Мәҡәлдәр, йомаҡтар әйтешәбеҙ, милли уйындар уйнатабыҙ. Балаларға оҡшай. Беҙҙең балалар физик һәм рухи яҡтан сәләмәт үҫһен.

Гөлфиә Моратшина, "Ҡояшҡай" лагеры етәксеһе

Әлеге заманда киң таралған хоккей, футбол һәм башҡа спорт төрҙәренән тыш башҡорттарҙың үҙҙәренә хас уйындары ла бар. Миҫал өсөн, уҡ атыу, ул кәүҙәне тура тоторға өйрәтә, маҡсатҡа ынтылыш тәрбиәләй. Бынан тыш, балалар Ҡыҙыл йылғаһы буйын да таҙартырға сыҡҡан, балыҡ та ҡармаҡлаған, сәсәндәр бәйгеһе лә, шәжәрә байрамы ла ойошторған. Уҡыусылар файҙалы ла, күңелле лә ялдан ҡәнәғәт. Һәр көн бер девиз аҫтында үтә, мәҫәлән әҙәп йәки изгелек көнө.

Милли кәсептәр, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, уйындар. Лагерҙың программаһы бай йөкмәткеле, иң мөһиме ул тәрән мәғәнәгә, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Быуындар бәйләнеше, күсәгилешлек шулай һаҡлана ла инде. Балалар смена бөткәс тә өйҙәренә таралышырға ашыҡмай, ҡайтҡанда ла йырлап ҡайта.

Автор: Рәмзиә Кәримова.