Липецк өлкәһенең Тербуны ауылында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәбәрһеҙ юғалған тип һаналған өс яугиры ерләнде. Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған митингта Белорет районының Сермән ауылында йәшәүсе Ғаззаловтар ғаиләһе лә ҡатнашты. Яҡташтарыбыҙ атлылар дивизияһында хеҙмәт итеп яуҙа башын һалған туғандарының ҡәберлегенә тыуған яғынан тупраҡ алып барған.
Хөснөтдин Ғаззал улы Ғаззалов кавалерия дивизияһының тәүге һәм иң ҡан ҡойошло бәрелешендә һәләк була. Ошоға тиклем уның да ҡәберлеге табылмаған. Быйыл яҙ урындағы эҙәрмәндәр яҡташыбыҙҙың һөйәктәрен табып, Тербуны ауылындағы һәйкәлгә исемен өҫтәп ҡуя.




