Башҡалала «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты сиктәрендә юлдарҙы ремонтлау эше әүҙем бара. Был юлы төҙөкләндереү Орджоникидзе районының Еңеү урамында бара. Был хаҡта ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә,әлеге ваҡытта бордюр таштарын һалына. 720 метр арауыҡтағы участка тиҙҙән сафҡа инәсәк. Хакимиәт урында йәшәүселәрҙең юлдарҙың төҙөлөшөнә аңлы ҡарауҙарын һорай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, шулай уҡ Совет районының Пархоменко урамында капиталь ремонт эштәре бара. Иҫке бордюрҙар алынып, яңылары урынлаштырыла. Бынан тыш, эшселәр техник һыҙатты асфальтлауға әҙерләй.




