Баш ҡалала ваҡытлыса һыу биреү туҡтатыласаҡ

Бөгөн, 25 июндә, Өфөлә планға ярашлы һыуыҡ һәм эҫе һыу биреү туҡтатыласаҡ. Был Калинин, Ленин һәм Орджоникидзе районында йәшәүселәргә ҡағыла. Был хаҡта Өфө һыу селтәре хәбәр итә.

Фото №1 - Баш ҡалала ваҡытлыса һыу биреү туҡтатыласаҡ

Иртәнге сәғәт ундан киске сәғәт һигеҙгә тиклем Калинин һәм Орджоникидзе районында һыу биреү туҡтатыласаҡ. Ленин районында иһә иртәнге сәғәт ун берҙән киске сәғәт етегә тиклем ремонт эштәре башҡарыласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы тапҡыр башҡалала һыу биреү 22 июндә туҡтатылды. Был ремонт эштәренә бәйле.

Фотография: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ