Буласаҡ әсәләргә йөклө ҡатындар өсөн уҡыуҙар үтергә кәңәш ителә. Һәр ҡатынға киләсәк үҙгәрештәргә әҙерләнеү мөһим.
Уҡыуҙар 4 июлдән 25 июлгә тиклем уҙасаҡ. Сара Хәҡиҡәт урамы, 19 адресы буйынса урынлашҡан бала табыу йортонда ойошторола. Үҙең менән алмаш аяҡ кейеме алыу кәрәк. Белгестәр йөклө ҡатындың органзмы үҙгәреше хаҡында һөйләйәсәк.
Шулай уҡ, буласаҡ әсәләргә яңы тыуған сабыйҙы нисек тәрбиәләргә өйрәтәсәктәр.
Фото: Интернет




