Башҡортостанда йәшәүселәр ҡуртымға алған йортто ҡомарлы уйын уйнау урынына әйләндерә

Стәрлетамаҡта йәшәүселәр ҡуртымға алынған йортто ҡомарлы уйын уйнау урынына әүерелдерә. Егеттәргә ҡарата енәйәт эше асыла. Был хаҡта ҡаланың прокуратура хеҙмәте хәбәр итә.

29 йәшлек егет ҡомарлы уйын бизнесын асырға уйлай. Был маҡсатта ул йортто ҡуртымға ала һәм тейешле ҡоролмалар урынлаштыра. Бынан тыш, был эшкә Стәрлетамаҡта йәшәүсе өс кешене йәлеп итә. Ағымдағы йылдың май айында ҡомарлы уйындар урыны хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан табыла.

Йәш егеттәр үҙ ғәйептәрен таный. Ҡала прокуратураһы енәйәт эше буйынса хөкөи ҡарарын раҫлай. Эшҡыуарҙар законһыҙ рәүештә ҡомарлы уйындар менән эш итеүҙәре өсөн суд алдына баҫасаҡ.

Фотография: Интернет