Башҡалала унынсы тапҡыр «Коляскалар парады» ғаилә фестивале уҙасаҡ

30 июндә башҡалала балалар арбалары парадына арналған ғаилә фестивале уҙасаҡ. Байрамға биҙәлгән балалар арбаһы, велосипедтар һәм самокаттар менән ата-әсәләр, балалар килә.

Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн айырым номинация әҙерләнгән. Уларға үҙҙәренең транспорттарын биҙәү мөһим. Шулай уҡ, фестивалдә ата-әсәләр өсөн төрлө мәғлүмәт биргән айырым урын эшләйәсәк.

Байрамда ҡатнашыу өсөн махсус сайтта теркәлергә кәрәк. Белешмә өсөн телефон һандары: +7 917 741 80 69.