Өфөлә Зәки Вәлиди урамынан Дуҫлыҡ Монументы йүнәлешендә юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. «Лада Веста» автомобиле түңкәрелә. Ваҡиға урынында ЮХХДИ һәм медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй.
Авария сәбәптәре билдәһеҙ. Фаразлауҙарынса, ҡаршы килгән автомобиль менән бәрелешеү һөҙөмтәһендә, транспорт түңкәрелә. Зыян күреүселәр тураһында мәғлүмәт юҡ.
Әлеге ваҡытта авария сәбәптәре асыҡлана.





