Өфөлә йәшәүсе лотореяла 17 миллион һум ота

Башҡортостанда тағы ла бер миллионер барлыҡҡа килә. Суперприздың уҙған шәмбе, 23 июнь көнө уйнатыла. Аҡсаны Өфөлә йәшәүсе ота.

Отоштоң күләме- 17 миллион 600 мең һум. Ойоштороусолар мәғлүмәте буйынса, бәхетле кеше билетты ни бары йөҙ һумға ала. Отош артынан әле килмәгәндәр.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 июндә Өфөлә йәшәүсе 12 миллион һумдан ашыу аҡса отҡайны. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда иң күләмле отош суммаһы 83 миллион һум тәшкил итә.