Республикала көндәр йылыныу менән, һыуҙа һәләк булыусылар теркәлде

Башҡортостанда ике ир һыуҙа һәләк була. Ваҡиға Яңауыл һәм Шишмә райондарында теркәлә. Икеһе рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инә.

Фото №1 - Республикала көндәр йылыныу менән, һыуҙа һәләк булыусылар теркәлде

Ирҙәрҙең кәүҙәһен Буй һәм Дим йылғаларынан сығаралар. Улар 1981 һәм 1996 йылғы йәш егеттәр.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда һыу инеү өсөн махсус 75 урын әҙерләнгән. Республика халҡын хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә һәм рөхсәт ителгән урындар ҙа ғына һыу инергә саҡыралар.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ