Район-ҡалаларҙа социаль хәүеф хәлендә һәм аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙең өйҙәренә бушлай автоном аппарат ҡуйыу дауам итә. Профилактик сара Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса 2016 йылдан алып бара. Ошо ваҡыт эсендә ҡоролма менән 40 меңгә яҡын ғаилә тәьмин ителгән. Һөҙөмтә лә бар.
Мишкә районында йәшәүсе Алексей Ғәләмшин 2 июндә төндә аппараттың көслө тауышына уяна һәм янғында иҫән ҡала. Алексей Ғәләмшин өс аҙна элек ауыр ҡайғы кисерә. Янғында үгәй атаһы менән ҡустыһын юғалта. Урамда тороп ҡалған егет Мишкә районындағы "Ғаилә" өлкән йәштәгеләр һәм инвалид граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү пансионатына урынлаштырыла. Алексей ҡул таяҡһыҙ йөрөй алмай, ауыр һөйләшә, тыумыштан зәғиф. Төндә йорттарында ут сыҡҡанда, ул да өйҙә була. Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролманың тауышы егетте үлемдән аралай.
Алексей Ғәләмшин пансионатта оло йәштәгеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба. Бында етем егеттең фажиғәле тормош юлы барыһын да тетрәндерә. Өлкән быуын вәкилдәре уны үҙ балалары кеүек күрә.
Алексей бында өлкән йәштәгеләр менән шахмат, шашка, домино уйнап ваҡытын үткәрә. Билдәле булыуынса, утта көл-күмергә әйләнгән йорттарына янғын сығыуҙы иҫкәртеүсе ҡоролма фажиғәгә тиклем бер көн алда ғына урынлаштырылған булған. Һәләк булыусы ир-егеттәр асоциаль тормош алып барған, янғын хәүефе юғары булыу сәбәпле, уларҙың өйҙәренә автоном аппарат ҡуйырға хәл ителә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре профилактик рейдтар барышында ҡоролмаларҙың төҙөклөгөн дә тикшерә. Статистик мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йыл һайын төбәктә янғында 300-ләп кешенең ғүмере өҙөлә. Һуңғы ете йылда 95 баланың ут эсендә ҡалыуы билдәле. Янғындар башлыса төнгө сәғәттәрҙә теркәлә. Ике йыл элек Балтас, Шаран, Ғафури, Баҡалы райондарында булған фажиғәләрҙән һуң Республика Башлығы ҡушыуы буйынса социаль хәүеф хәлендә булған һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең өйҙәренә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар бушлай ҡуйыла башланы. Бөгөн ул 40 меңдән ашыу ғаиләгә беркетелгән.
"Янғын сығыуҙы иҫкәртеүсе ҡоролма - һәр йортҡа һәм фатирға" тип исемләнгән проект ил кимәлендә лә юғары баһалана. Төбәктә уҙғарылған уңышлы профилактик сара яңыраҡ Новгород өлкәһендә лә тормошҡа ашырыла башланы.




