Баш ҡаланың яңы причалы асыҡ

"Юность" бассейны эргәһендә урынлашҡан дебаркадер бөгөн тәүге теплоходты ҡабул итте. "Түбәнге Новгород - Өфө - Түбәнге Новгород" теплоходын баш ҡалала алҡышлап ҡаршы алдылар. Был урынға әлегә тиклем эре суднолар ингәне булмаған. "Дуҫлыҡ монументы" туҡталышын төҙөкләндереүҙә. Яңы туҡталҡа ҙур төҙөлөш ваҡытына эшләнгән.

Фото №1 - Баш ҡаланың яңы причалы асыҡ

– Туҡталыш уңышлы үтте, һай урынға туҡталманыҡ. Тәрәнлек бар, шуға ла ҡыйынлыҡтар булманы. – тип билдәләй "Александр Свешников" теплоходы капитаны Леонид Вичурин.

Чебоксар, Кострома, Түбәнге Новгород һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан туристар. Кемдәрҙең Башҡортостанға тәүгә килгән. Ундайҙар өсөн бөгөнгө ваҡиға республиканың тарихы, мәҙәниәте һәм йолалары менән танышыу мөмкинелеге лә. Баш ҡала ҡунаҡтарына экскурсия туры ойошторолдо.

"Свешников" теплоходы пассажирҙары бындай йылы осрашыуҙы көтмәгән дә. Туристарҙы республиканың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов ҡаршы алды. Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, Өфөлә ошондай 17 судноның туҡталыуы көтөлә. Әлегә Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле бындай мөмкинлек бирә. Йылғаны тәрәнәйтеү эштәре лә дауам итә.

20-се йылға тиклем Ағиҙел йылғаһы буйынса бар форватер кәмендә ике метрға тиклем тәрәнәйтеләсәк. Был инде Ағиҙел йылғаһы миҙгел дауамында барлыҡ типтағы суднолар – йөк ташыу һәм пассажирҙар теплоходтары өсөн асыҡ тигәнде аңлата.

Тимур Мөхәмәтйәнов, Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе

"Юность" бассейны янындағы дебаркадер ике миҙгелгә иҫәпләнгән. 2020 йылға "Дуҫлыҡ монументы" тәңгәлендәге йылға туҡталҡаһын рәсми асыу күҙаллана. Капиталь ремонт Ағиҙел ярын төҙөкләндереү эштәре сиктәрендә атҡарыла.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ