Мәскәүҙә Рәсәйҙең моноҡалалары рейтингы һөҙөмтәһе иғлан ителде. Рейтинг "Моноҡалаларҙың комплекслы үҫеш программаһы" үтәлеүен тикшерә. Топ унау муниципалитеттарҙа тормош кимәлен яҡшырытыуға йүнәлтелгән уңышлы проекттарҙы асыҡлай.
Былтыр Күмертау иң яҡшы ун ҡала исемлегенә ингәйне. Статусын ул быйыл да һаҡланы Йыл ярым эсендә Күмертауҙа туғыҙ резидент үҙ ойошмаларын асып 1300 хеҙмәт урыны булдырған. Ҡаланың май һығыу заводы өлгөлө инвестиция проекттарының береһе һанала.




