"Уңайлы ҡала мөхите" программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән проект "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенеке. Капиталь ремонт уҙғарыу тәҡдиме менән йортта йәшәүселәр сыҡҡан. Төҙөкләндереү мәсьәләләре махсус йыйылышта тикшерелгән.
Ремонт эштәре хаҡының биш проценты фатир хужалары иҫәбенән ҡаплана. Тәү сиратта йортта йәшәүселәр машина туҡталҡаларын, ихаталағы асфальт ҡатламын яңыртыуҙы һораған.
(Эльдар Фәхретдинов, Өфөнөң Дим районы хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш идаралығы етәксеһе)Бында яңы бордюрҙар ҡуйыласаҡ, яңы туҡталҡа эшләнә. Асфальт ҡатламы ла яңыртыла. Элек урам эсендә һыу йыйылған, ремонттан һуң был мәсьәлә лә хәл ителәсәк.




