6 йәшлек баланың физик һәм психик үҫеше тотҡарлана. Әммә шуҡ, шаян Әҙиләгә тулы ҡанлы тормош бүләк итергә мөмкин, ҡыҙға бары тик тулы реабилитация курсы үтергә кәрәк. Өфөлә, Ҡазанда һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы үҙәктәрҙә дауаланырға була. Республикалағы бушлай, тик ситкә сығыу өсөн 427 мең 800 һум талап ителә.
Әҙилә төҫтәрҙе бигүк айырып бөтмәй, уның өсөн ҡояш та, үләндәр ҙә, йәнлектәр ҙә зәңгәр. Һандар, хәрефтәр менән дә танышыу ауырырыраҡ бара. Ҡыҙ йәше буйынса мәктәпкә барырға тейешле булһа ла, ябай ғына мәғлүмәттәрҙе лә хәтерҙә ҡалдыра алмай. Физик үҫеше лә тиҫтерҙәренән ҡалыша.
Әсәһе әйтеүенсә, Әҙилә ғаиләлә икенсе бала, йөклө сағы ла ҡатмарлыҡһыҙ, һәүетемсә уҙа. Сабыйға тәүҙә гипоксия диагнозы ҡуйыла, дауалау курсы тәғәйенләнә. Әммә тора-бара хәлдең ауырыраҡ икәне асыҡлана. Әҙилә йәш ярымға тиклем аяғына баҫмай, теле лә асылмай. Оҙайлы тикшереүҙәр баланың мейеһендә эпиактив тулҡындар барлығын күрһәтә, писихик-телмәр үҫеше тотҡарланауы шуға бәйле. Ә гипоксия кешенең башында хәтер, иғтибар өсөн яуап биргән брок үҙәгенә зарар килтергән булып сыға. Шәфҡәт туташы булып эшләгән Гөлназға ҡыҙы менән шөғөлләнеү өсөн эштән китергә тура килә, ә алда оҙайлы дауалау курсы. Ул финанс сығымдар талап итә. Ә бер ғаилә башлығының хеҙмәт хаҡы ғына етерлек түгел.
Кескәй Әҙиләгә аяҡҡа баҫырға, тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә һәр кем ярҙам итә ала. Бының өсөн Һаҡлык банкындағы иҫәпкә аҡса күсерергә кәрәк. Суммаһы артыҡ күп түгел, 428 мең һумға яҡын. Ә ил төкөрһә күл була, ғаилә өсөн был аҡса бик мөһим, сөнки уға бәләкәй генә шаян, теремек ҡыҙҙың киләсәге бәйле. Һаҡлыҡ банкындағы иҫәп: 5336690004308369





