Яңы объект мәмерйәне Юнеско ҡарамағындағы бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерергә мөмкинлек бирә. Бөрйән районында тарихи- мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса дүртенсе Халыҡ-ара симпозиумда Франция һәм башҡа илдәр белгестәре "Шүлгәнташ"тағы һүрәттәрҙе һаҡлау, туристарҙы йәлеп итеү юлдарын ҡараны.
Мәмерйәләге һүрәттәргә ниндәй мәғәнә һалып эшләнеүе, улар нигеҙендә тыуған риүәйәттәр француз телендә яңғырай. "Шүлгәнташ"ты күрергә һәм уның әһәмиәтен билдәләргә Франция ил төбәктәре белгестәре килгән. Тәүтормош кешеләре яһаған рәсемдәр ғалимдарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Уларҙы өйрәнеү беҙҙең көндәргәсә дауам итә.
Туристарҙың яман ғәҙәте - үҙе артынан яҙыу ҡалдырыу. Мәмерйәне заман граффитиҙарынан таҙартҡанда боронғо кешеләр яһаған дөйә килеп сыҡҡан. Ә тәбиғәт ҡомартҡыһын сәйәхәтселәр нисек кенә сыймаҡлап бөтмәгән- күмер, ирен буяуы эҙҙәрен бөтөрөү өсөн мәмерйәне таҙартыусыларға көндәр буйы тырышырға тура килә.
"Шүлгәнташ"тың икенсе ҡатына туристар өсөн юл ябылған. Стеналарҙан ағып төшкән һыу һәм микроклимат шарттары ла тарихи рәсемдәрҙең боҙолоуына килтереүе мөмкин, ти белгестәр.
"Шүлгәнташ" мәмерйәһенең күсермәһен йәки музей- комплексын булдырыу. Бөрйән районында ойошторолған тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса дүртенсе Халыҡ-ара симпозиумда объекттың 3 д моделе күрһәтелде. Музей мәмерйә нисек бар, шундай булырға тейеш. Уның өсөн параметрҙарын фотоға төшөрөү һәм башҡа эштәр алып барыла.
Музей комплексы мәмерйә эргәһендә була. Объект өсөн 350 миллион һум тирәһе аҡса бүленгән, ул 3,5 мең квадрат метр ерҙе биләйәсәк. Комплексты төҙөү "Шүлгәнташ"ты Юнеско ҡарамағындағы бөтә донъя мираҫы исемленгән индереү өсөн төп шарттарҙың береһе.
Объект милли хазинабыҙҙы күрергә килгән туристар ағымын йылына 35 мең кешенән 60 меңгә еткерер тип фаразлана. Ә "Шүлгәнташ"тың ер йөҙөндә берҙән-бер һәм ҡабатланмаҫ тәбиғәт ҡомартҡыһы икәнлеген сит ил ғалимдары ла күптән билдәләй. Мәмерйәне Юнеско ҡарамағындағы бөтә донъя мираҫы исемлегенә индергәндә уларҙың фекере иҫәпкә алына.
Музейға мәмерйәләге һүрәттәрҙең күсермәһен француз белгестәре менән берлектә эшләү күҙаллана. Рәсәйҙә аналогы булмаған берҙән-бер музей комплексы 2019 йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Тағы ла бер шатлыҡлы яңылыҡ – милли брендҡа илткән 20 саҡырымға яҡын юлға быйыл асфальт һалыу ҡарала.




