Благовещен районы Арҡауыл ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына һәйкәл асылды

Әһәмиәтле сара "Бөтәһен дә исемләп иҫләйбеҙ" проекты сиктәрендә ойошторолдо. Был проект ата-бабаларыбыҙҙың хәрби ҡаһарманлығын мәңгеләштереүгә һәм йәш быуында патриотик ҡараш тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Обелискты асыу тантанаһына бик күп халыҡ йыйылды.

Фото №1 - Благовещен районы Арҡауыл ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына һәйкәл асылды

Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, Арҡауыл ауылында йәшәүселәр изге эшкә әүҙем ҡушылған. Улар тыуған ил азатлығы өсөн йәнен-тәнен аямаған яҡташтарын, шул уҡ ваҡытта тыл хеҙмәтсәндәрен бер ваҡытта ла онотмай. Төбәк Бөйөк Ватан һуғышына үҙенең илле улын оҙатҡан. Әммә ир-аттарҙың барыһына ла тыуған төйәктәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙмай.

Мәрмәрҙән эшләнгән плиталарҙың береһенә яуҙа башын һалғандарҙың, икенсеһенә еңеү менән ҡайтыусыларҙың исем-шәрифтәре яҙылған. Ә уртала совет һалдатының каскаһы урынлаштырылған.

Автор: Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ