7 июлдә Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылы эргәһендә

Байрам программаһында халыҡ уйындары, төрлө конкурстар, көрәш һәм башҡа спорт ярыштары ҡаралған. Бигерәк тә Өршәк һәм Дим буйҙары башҡорттарына ғына хас уйындарға ҙур өҫтөнлөк биреләсәк. Шулай уҡ республиканың эстрада йондоҙҙары һәм райондың ижади коллективтары сағыу концерт программаһы әҙерләй.

Фото №1 - 7 июлдә Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылы эргәһендә

Быйылғы сара Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ауырғазы районы хакимиәте һәм Төрөмбәт яҡташтар берлеге тарафынан ойошторола. Улар башҡа байрамдарға оҡшамаған Мең ырыуы башҡорттары йолаларына нигеҙләнгән йыйын вәғәҙә итә. Бынан тыш, Өршәк һәм Дим буйында урынлашҡан төбәктәр тирмәләр ҙә ҡорасаҡ.

Өршәк һәм Дим буйында Мең ырыуы йәшәй. Беҙ ошо Мең ырыуына ингән райондарҙы берләштереп һабантуй кеүек сара уҙғарырға булдыҡ. Сара “Өршәк буйы уйындары” тип атала.

Вәкил Ильясов, "Өршәк буйы уйындары" байрамын ойоштороусыларҙың береһе

Автор: Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ