Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан

Сүрәләрҙең башҡорт телендәге транскрипцияһы һәм аңлатмаһы бирелгән изге китап тәүге тапҡыр 90-сы йылдар башында донъя күрә. Тик ул шунда уҡ таралып бөтә, унан һуң нәшер ителгәндәре лә кәштәлә оҙаҡ ятмай. Яңы баҫылғаны иһә элеккеләренән биҙәлеше, төҙөлөшө менән айырыла. Бында ғәрәп алфавитындағы текст тулы биткә, аңлайышлы итеп бирелгән, икенсе яртыһында башҡорт телендәге транскрипцияһы һәм сүрәнең йөкмәткеһе хаҡында тулы аңлатма.

Фото №1 - Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан

Оло кешеләргә уҡыуы уңайлы булһын өсөн был юлы эрерәк шрифт һайланған. Шуға китап бик күләмле килеп сыҡҡан – 1 200 бит. Башҡорт теле өндәр әйтелеше буйынса ғәрәп теленә иң яҡыны, шулай ҙа транскрипция яһағанда бик иғтибарлы булыу талап ителә.

Ҡөрьәнде нәшер иткәндә дин әһелдәренең, ғалимдарҙың ярҙамы бик мөһим. Миҫалдар бик күп, мәҫәлән ҫүммә һүҙе ғәрәп телендә “артабан”, “һуңынан” тигәнде аңлата, ә “ҫ” хәрефе булмаған милләттәр уны сүммә тип яҙа һәм “ағыулау” тигән мәғәнә килеп сыға. "Китап" нәшриәтендә әйтеүҙәренсә, изге китап бик күп телдәргә тәржемә ителгән, улар араһында башҡорт телендәгеһе лә бар. Ҡөрьәндең матур тышлыҡта, биҙәлештә сығыуы иһә икеләтә ҡыуаныслы.

Байтаҡ ғына эшләргә тура килде, сөнки ғәрәп грамматикаһын, Ҡөръән уҡылышын белмәйенсә, уны-быны яҙып булмай. Әлбиттә, рус алфавитында яҙылған сүрәләр бар, әммә улар ғәрәп фонемаларын белдереп еткерә алмай. Рус алфавитында 15 ғәрәп хәрефе юҡ, татар телендә 12 хәреф юҡ, төрки телдәр араһында, башҡорт теле ғәрәптәргә иң яҡыны.

Нурмөхәмәт Һөйәрғолов, филология фәндәре кандидаты, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ