Йор телле халыҡ Балаҡатай районы Билән ауылында үткән төбәк-ара фольклор байрамын шулай атаған. Ике йылға бер уҙғарылған йыйын республикабыҙҙың төньяҡ райондары һәм күрше Силәбе, Свердловск өлкәләре, Пермь крайы вәкилдәрен бергә тупланы.
Һәр райондың үҙенә генә хас милли кейеме, боронғо йолалары... Мәҙәниәтте һаҡлауҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған конкурсты танылған ғалимә, сәсәниә Розалия Солтангәрәева етәкселегендәге абруйлы жюри баһаланы. Төбәктәрҙә эшләп килгән фольклор коллективтары үҙҙәренең ижади мөмкинлектәрен күрһәтте.
Аҫаба халыҡтың кәсептәрен, шөғөлдәрен киләсәк быуынға еткереү тәүмаҡсат булырға тейеш. Был тәңгәлдә ҡатнашыусылар ғилми-ғәмәли конференцияла фекер алышты. Уҡытыусылар, тарихты һәм крайҙы өйрәнеүселәр, архив, музей хеҙмәткәрҙәре фән эшмәкәрҙәренең сығыштарын тыңланы, фекер алышты. Яланда ҡоролған тирмәләр байрам ҡунаҡтарын халҡыбыҙҙың боронғо көнкүреше менән таныштырҙы. Шул ваҡытта майҙанда спорт ярыштары, халыҡ уйындары ла ла ойошторолдо. Йыйын тарихи ысынбарлыҡҡа йәнә бер әйләнеп ҡайтып, төбәктәр араһындағы ҡәрҙәшлекте, уртаҡ йолаларҙы яңыртты.




