Өфөлә рөхсәтһеҙ урынлаштырылған баҙар үҙ эшмәкәрлеген туҡтатты

Ошо көндәрҙә рөхсәтһеҙ эш алып барған баҙар үҙ эшмәкәрлеген туҡтатыуы хаҡында билдәле булды. Атап әйткәндә, законһыҙ рәүештә урынлаштырылған ҡоролмаларҙы һүтеү эше бара. Баҙар Әй урамы менән Революция урамы киҫелешендә урынлашҡан була.

Фото №1 - Өфөлә рөхсәтһеҙ урынлаштырылған баҙар үҙ эшмәкәрлеген туҡтатты

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баҙар үҙ эшмәкәрлеген туҡтата. Бынан тыш, биләмәләне таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса саралар күрелә. 40 кубометрҙан ашыу сүп-сар һәм ҡалдыҡтар сығарыла, йәйәүлеләр тротуары йыуыла.

Район биләмәләрендә сауҙа өсөн махсус урындар булдырылған. Унда баҡсасылар үҙ продукцияларын һатыуға сығара ала. Шуның менән бер рәттән, рөхсәтһеҙ эшмәкәрлек алып барылған баҙарҙа һатыу итеү тыйыла.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ