Республикала ферма хужалығының бинаһы янып китә

26 июндә иртә таңда янғын тураһында мәғлүмәт алына. Ҡыҙыл Яр ауылының Фрунзе урамында хужалыҡ бинаһының ҡыйығы яна. Янғын бар бинаны ялмап ала.

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлығы хәбәр итеүенсә, ваҡиға урынына 26 ҡотҡарыусы, ун берәмек техника оҙатыла. Асыҡланыуынса, бинаның ҡыйығы янған. Унда ике тонна бойҙай, ике тонна яғыулыҡ материалы, трактор була. Янғын 70 кв.м майҙанды ялмай.

Һөҙөмтәлә, кешеләр зыян күрмәй. Янғын сәбәптәре асыҡлана.