Башҡортостанда шишәмбе,26 июнь, көслө ел сығыуы көтөлә. Елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етәсәк. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Шулай уҡ, төбәктә йәшен һәм ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр вәғәҙә ителә. Һауа температураһы +31° градусҡаса эҫетәсәк. Өфөлә температура +33° градусҡаса етәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Хәйбулла районында янғын хәүефе һаҡлана.
Фото: Интернет




