Башҡортостанда ауыл хужалығы предприятиеһы 67 хеҙмәткәргә хеҙмәт хаҡы буйынса бурысы йыйыла

Балтас районында йыйылған хеҙмәт хаҡы буйынса бурысты ҡайтарыуға өлгәшәләр. Прокуратура Куйбышев ис. АХК-һы хеҙмәткәрҙәре хоҡуҡтарын яҡланы. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, май айында 67 хеҙмәткәргә эш хаҡы түләнмәгән.

Фото №1 - Башҡортостанда ауыл хужалығы предприятиеһы 67 хеҙмәткәргә хеҙмәт хаҡы буйынса бурысы йыйыла

Бурыс күләме 168 мең һумға етә. Прокуратура тарафынан рәйес вазифаһын башҡарыусыны эш хаҡын тотҡарлағаны өсөн быға тиклем дә яуаплылыҡҡа тарттыралар. Осраҡ ҡабаттан теркәлгәс, етәксегә административ эш ҡуҙғатыла.

Суд етәксене бер йылға дисквалификациялай. Ойошма хеҙмәткәрҙәргә бурысын ҡайтара.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ