Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре буласаҡ ата-әсәгә ярҙам күрһәтә. Зорге урамында патруль ваҡытында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бер водителдең тулҡынланыуын һиҙеп ҡала. Асыҡланыуынса, ир йөклө ҡатынын бала табыу йортона алып китеп барған.
Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, ҡалала транспорт хәрәкәте көсөл була. Полиция дежур часттән рөхсәт алып, ғаиләне дауаханаға тиклем оҙата. Рәсәйҙең эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле һүҙҙәренсә, Лариса Саливанова ҡыҙ бала таба.
Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Динар Ғилмитдиновҡа был хаҡта хәбәр итәләр. Инспекторҙарҙың ғаиләнең хәлен белергә барырға йыйынғандарын белеп, ул бүләк –балалар өсөн хәүефһеҙлек креслоһын тапшыра.




