Өфөлә Салауат Юлаев проспектындағы тоннелдә хәрәкәт итеү сикләнде

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты сикәтерндә юлдарҙы ремонтлау эше дауам итә. 26 июнгә ҡараған төндә Сипайлово биҫтәһе йүнәлешендә юлдың өҫкө ҡатламы төҙөкләндерелде.

Шулай уҡ, асфальт һалыу өсөн әҙерлек эше башҡарылды. Шул уңайҙан, һул яҡ йүнәлештә транспорттарға хәрәкәт итеү сикләнде.

Водителдәргә иғтибарлы булырға һәм юл хәрәкәт еҡағиҙәләрен теүәл үтергә кәңәш итәләр. Ремонт башҡарылған урындарҙа тиҙлекте кәметеү кәрәк.

Фото: Интернет