Стәрлетамаҡта бер йорт алты көнгә зәңгәр яғыулыҡһыҙ ҡаласаҡ. Бында планға ярашлы, ремонт эштәре башҡарыласаҡ. Тик урында йәшәүселәр был хәбәргә ҡыуанып бармай.
Стәрлетамаҡтың бер кварталындағы йорттарға алты көнгә зәңгәр яғыулыҡ биреү туҡтатыласаҡ. Аҙыҡты әҙер килеш һатып алырға, йәки электр плитәләре менән ҡулланырға тура киләсәк. Килеп тыуған ҡыйынлыҡтар ремонт эштәренә бәйле.
Газ киләһе адрестарҙа булмаясаҡ:Гоголь урамы,118б, 120а, 120б, 120в, 120г; Суханов ур, 13; Механизация ур., 2, 2а, 2б, 3а, 3б, 4, 8, 6, 6а, 10, 9, 11, 7а, 13; Стәрлебаш тракты, 31а, 33а, 35, 35а, 37, 37а; Ботаника ур., 2, 4; Ҡырым ур., 18, 20. Белгестәр йортта йәшәүселәрҙе газ крандарын бороп ҡуйырға һәм ремонт ваҡытында газ менән ҡулланмаҫҡа һорай. Зәңгәр яғыулыҡ 27 июндән 2 июлгә тиклем туҡтатыласаҡ.




