Башҡортостанда етәксе, хеҙмәт хаҡын түләмәйенсә, ҡатынды эш урынынан бушата

Ейәнсура районында хеҙмәт өлкәһендә закон үтәлешен тикшерәләр. Тикшереү «Алһыу» ЯСЙ-һында үтә. 40 йәшлек ҡатын бында икмәк бешереүсе булып эшләгән.

Фото №1 - Башҡортостанда етәксе, хеҙмәт хаҡын түләмәйенсә, ҡатынды эш урынынан бушата

Хәбәр итеүҙәренсә, ҡатын алты ай дауамында хеҙмәт хаҡы алмай. Ойошма ябылыу сәбәпле, ул эшһеҙ ҡала. Эш биреүсе иһә хеҙмәт хаҡын түләргә баш тарта. Ҡатын, үҙ хоҡуҡтарын яҡлап, прокуратураға мөрәжәғәт итә. Ойошмаға хеҙмәт хаҡы буйынса йыйылған бурысты түләргә ҡушалар.

Бурыс күләме 118 мең һум тәшкил итә. Ойошма директорына ҡарата административ эш ҡуҙғатыла. Хеҙмәткәргә өлөшләтә эш хаҡы түләнә.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ