Өфөлә дүрт йыл дауамында ғәҙеллектән ҡасып йөрөүсе енәйәт төркөмө етәксеһе ҡулға алына

Судҡа 31 йәшлек иргә ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эше оҙатыла. Ул бер нисә енәйт эшендә ғәйепләнә. Дүрт йылдан һуң, ғәйепләнеүсе ҡулға алына.

2010-2012 йылдарҙа ғәйепләнеүсе енәйәт төркөмөн булдыра. Улар автомобилдәрҙе ҡыуып алып китеү, уны һатыу менән шөғөлләнә.Төркөм тарафынан, шулай уҡ,магазиндарҙан банкоматтарҙы урларға теләгәндәр. Был маҡсатта, улар, төнгө ваҡытта сауҙа нөктәләренә инеп, терминалдарҙы автомобилгә беркетеп, алып китергә уйлайҙар.

Килтерелгән зыян күләме 3,4 млн һумдан ашып китә. Ғәйепләнеүсе йылдар дауамында эҙләйҙәр. Дүрт йыл үткәс, ул Өфөлә баҡса участкаһында ҡулға алына. Фото: Интернет