Рөстәм Хәмитов

Өфөлә үткән осрашыуҙа, Башҡортостан Башлығынан тыш, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов та ҡатнашты.

Яҡтар үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу, республикала ауыл хужалығы техникаһы етештереүселәрҙе субсидиялау федераль программаһының үтәлеше һәм яғыулыҡтың альтернатив төрҙәрен ҡулланыу мөмкинлектәренә бәйле мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, һуңғы ете йылда республика 25 миллиард ярым һумдан ашыу суммаға 20 мең берәмеккә яҡын техника һәм ҡорамалдар һатып алған.

Һеҙҙең өсөн беҙ әһәмиәтле ҙур төбәк һәм берлектә төрлө программалар буйынса эшләргә әҙербеҙ, тине Рөстәм Хәмитов.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.