Өфө Халыҡ-ара йәйге балалар уйындарын ҡабул итергә әҙерләнә

Өфө ҡала хакимиәтендә 53-сө Халыҡ-ара йәйге балалар уйындарын 2019 йылда баш ҡалала уҙғарыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Германиянан килгән делегация - балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш менән ойошманың генераль сәркәтибе Ричард Смит Башҡортостанда үтәсәк сара юғары кимәлдә ойошторолор тигән ышанысын белдерҙе.

Килешеү документына ярашлы, Өфө ҡала хакимиәте Олимпия хәрәкәте һәм халыҡ-ара спорт сараларын ойоштороу идеалдарынан тайпылмаҫҡа, ҡатнашыусылар араһында ғәҙел көрәш һәм дуҫтарса мөнәсәбәт булдырырға бурыслы. Мәғлүмәти яҡтан сараны яҡтыртыуға ла айырыуса иғтибар бүленергә тейеш, төп маҡсат - үҫеп килгән быуынды сәләмәт тормош алып барыуға әйҙәү.

Халыҡ-ара йәйге балалар уйындарында донъяның биш ҡитғаһынан ике меңгә яҡын йәш спортсы килер тип көтөлә. Улар еңел атлетика, йөҙөү, фехтование, дзюдо, футбол һәм башҡа спорт төрҙәрендә көс һынашасаҡ. Күләмле сараны уҙғарыуға баш ҡалала барлыҡ объекттар ҙа әҙер тип әйтергә була. Әлегә спорт әҙерлеге үҙәгендә төҙөлөш эштәре дауам итә. Уны асыу тантанаһы декабргә билдәләнгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө биш йыл элек Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарын ҡабул итеп, донъя кимәлендә үҙен лайыҡлы танытҡайны.

Билдәле булыуынса, киләһе йыл Башҡортостан республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тула. Ер шарының төрлө мөйөшөнән килгән йәш спортсылар ярыштарҙа ҡатнашыуҙан тыш, төбәктең мәҙәни тормошо менән дә яҡындан танышыр тип ышанам. Халҡығыҙға ҡунаҡсылыҡ сифаты хас, шуға сит ил вәкилдәренә йылы мөнәсәбәт булырына шикләнмәйем

Торстен Раш, Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.