1 июлдән республикала коммуналь түләүҙәргә хаҡ арта

Газ плитаһы урынлаштырылған йорттарҙа йәшәүсе ҡала кешеләре электр энергияһы өсөн 14 тингә артығыраҡ түләйәсәк. Сәғәтенә бер киловатт хаҡы - 3 һум 1 тин була, ә электр плитаһы ҡуйылған йорттарҙа түләүҙәр 2 һум 11 тин тәшкил итәсәк. Был хаҡтар электр энергияһы өсөн бер тарифлы иҫәп приборҙары буйынса түләгән ҡулланыусыларға ҡағыла. Ауыл ерендәгеләр өсөн шулай уҡ киловатт сәғәте өсөн 2 һум 11 тин кимәлендә ҡаралған.

Башҡортостан энергия һатыу компанияһынан белдереүҙәренсә, Башҡортостанда был өлкәлә тарифтар Волга буйы федераль округында иң түбәне. Электр иҫәпләү ҡоролмалары күрһәткестәрен һәр айҙың 23- нән 26 тиклем тапшырып барырға кәрәк, шулай уҡ бурыстар булһа, 1 июлгә тиклем түләп өлгөрөргө кәңәш ителә, кире осраҡта, яңы хаҡ менән иҫәпләшергә тура киләсәк.

Анна Зиннәтова, Башҡортостан энергия һатыу компанияһы матбуғат хеҙмәткәре) Электр энергияһы өсөн Башҡортостан энергия һатыу компанияһының рәсми сайты аша, мобиль ҡушымта, йә банктарҙа, Рәсәй почталары бүлексәләрендә иҫәпләшергә мөмкин.

2017 йылда Башҡортостан хөкүмәте ҡарарына ярашлы, йылылыҡ өсөн йылытыу миҙгелендә генә түләүгә Баҡалы, Дәүләкән, Илеш, Ҡыйғы райондары күскән. Быйыл яңы система буйынса иҫәпләшеүгә тағы 13 район һәм Өфө ҡалаһы ҡушыласаҡ. Ҡулланыу буйынса 2016 йылда ҡабул ителгән нормативтар ҡала. Хаҡтарҙың 1999 йылға тиклем һалынған һәм 1-2 ҡатлы өйҙәр өсөн күтәрелеүе көтөлә.

Наталья Деревяшкина, Башҡортостан тарифтар буйынса дәүләт комитетының хәүефһеҙлек һәм йәмәғәт менән бәйләнеш секторы кәңәшсеһе)1 июлдән бөтә илдәге кеүек Башҡортостанда ла коммуналь хеҙмәттәр өсөн тарифтарҙа үҙгәреш була. Ул хөкүмәт ҡарары нигеҙендә эшләнә. Беҙҙең субъектта индекс 5,9 процент тәшкил итә.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.