Республикала 23 меңдән ашыу фатир шәхси йылытыуға күсерелә

2018 йылда программа Башҡортостандың алты ауылында ғәмәлгә ашырыласаҡ. Атап әйткәндә, Благовещен, Дүртөйлө, Мәсетле, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ районы ауылдары быйылғы планға индерелгән. Благовещен районының мәҫәлән, Ильина Поляна ауылында 22 йорт шәхси йылытыуға күсереләсәк.

Фото №1 - Республикала 23 меңдән ашыу фатир шәхси йылытыуға күсерелә

Әлеге ваҡытта эш башланып ҡына тора. Планға ярашлы, ул сентябрҙә тамамлана. Әйткәндәй, Благовещен районының Ильина Поляна ауылы программаға юҡҡа индерелмәгән. Сөнки ул төбәктә халыҡ иҫәбе буйынса иң ҙур ауыл иҫәпләнә. Өҫтәүенә, күп фатирлы йорттар ҙа күп.

Был программаға эләгер өсөн 2015 йылда уҡ смета, документация төҙөнөк. Быйыл Торлаҡ һәм коммуналь хужалығы министрлығы беҙҙе программаға индерҙе. 15 май көндө муниципаль контракт төҙөнөк, контракт сиктәрендә 22 йортта 388 фатирҙы шәхси йылытыу системаһына күсерәбеҙ.

Әниф Ғиниәтов, Благовещен районы хакимиәте башлығы урынбаҫары

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ