Аҙна-ун көн эсендә һигеҙ баш мал билдәһеҙ сәбәптән һәләк булған. Ветеринария хеҙмәте анализдар алып баш ҡалаға тикшереүгә ебәргән. Ауылда йәшәүселәр аптырашта. Ҡарап торғандары - мал. Ә улары йәшел үләнгә сыҡҡас, балаларға һөт-ҡаймаҡ ашатаһы мәлдә генә ҡырыла башлаған.
Һәҙиәтовтар бер-бер артлы ике һыйырынан яҙған. Хаҡлы ялға сыҡҡан ханым элек Инйәргә һөт ризыҡтары һатырға йөрөһә, хәҙер киреһенсә, үҙҙәренә һатып алырға тура килә. Йәй ауылға ейәндәр ҡайтҡан, һөтһөҙ сәй эсергә күнегелмәгән, ә ауыл һыйырҙарының ағын эсергә улар шикләнә.
Ноҡат – Өфө – Белорет трассаһынын ун саҡрым тирәһе урман эсендә урынлашҡан. Бында йәшәү шарттары маҡтанырлыҡ түгел. Мобиль элемтә, юл, мәктәп, магазин һәм башҡаһы юҡ, малдар ҙа ҡарауһыҙ йөрөй. Хужалары уларҙы иреккә сығара.
Күп балалы Хажиәхмәтовтар ғаиләһе лә аҡтан өҙөлгән. Үҙҙәре әйтеүенсә, иң һөтлө һыйырҙарын юғалтҡандар. Хәлдең сәбәбен төрлөсә юрайҙар.
Ветеринарҙар анализдарҙы Өфөгә ебәргән. Республика ветеринария идаралығынан белдереүҙәренсә, малдарҙа йоғошло ауырыу билдәләре табылмаған. Һыйырҙар ағыуланған..
(Руслан Байкеев, Башҡортостан ветеринария идаралығының бүлек мөдире)Белгестәр тикшерҙе. Уның һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, һыйырҙар аҙыҡ менән ағыуланған. Ә инфекция билдәләре юҡ. Ауырыған малдарҙы дауаларға, имән ҡайырыһын ҡайнатып эсерергә кәрәк. Һәм тағы ла бер кәңәш- ауыл старостаһына һәм халыҡҡа ла һыйырҙарҙы көтөүҙе ойошторорға кәрәк. Ҡарауһыҙ йөрөгәс, ҡайҙа нимә ашағандарын кем белә.
Нимәнән ағыуланғандарын белеп буласаҡ. Әле анализдар Башҡортостан ветеринар фәнни -производство лабораторияһына токсик матдәне асыҡлауға ебәрелгән. Ә ҡырылған мал өсөн компенсация ҡаралмаған, ул йоғошло ауырыу осрағында түләнә.




