Асыҡланыуынса, продукция А тибындағы ҡош киҙеүе менән зарарланған. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Пенза өлкәһенең "ПензаМолИнвест" ҡош предприятиеһында сир барлығы асыҡланған.
Анализ өлгөләре Владимир ҡалаһының хайуандарҙы һаҡлау Федераль үҙәгенә ебәрелгән. Был хаҡта Башҡортостан ветеринария идаралығы хәбәр итә.




