Республика йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе

25 июндә 71-се йәшендә 1996-2008 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһына етәкселек иткән Барый Исмай улы Кинйәғолов арабыҙҙан китте.

Фото №1 - Республика йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе

Барый Кинйәғолов 1948 йылдың 1 июнендә Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Йәнбәк ауылында тыуған. 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетын, 2001 йылда Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһын тамамлай.

Хеҙмәт юлын Ғафури районында башлай. Төрлө йылдарҙа мәктәп директоры, райондың халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире булып эшләй. 1982-1992 йылдарҙа төбәктең халыҡ депутаттарының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары һәм рәйесе вазифаларын биләй. 1992 йылда Ғафури районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә. 1996 йылдан алып 12 йыл дауамында Барый Кинйәғолов Республика Үҙәк һайлау комиссияһына рәйес итеп һайлана. Ул етәкселек иткән осорҙа республиканың һайлау һәм референдумдар ҡануниәте киң үҫеш ала.

Барый Кинйәғоловтың ҡаҙаныштары дәүләт тарафынан юғары баһалана. Ул Башҡортостандың Почет грамотаһы, Салауат Юлаев ордены, "Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн" билдәһе кеүек күп кенә юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнә. Һоҡланғыс кеше һәм күренекле дәүләт эшмәкәре тураһында яҡты иҫтәлек күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.

Некрологҡа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡул ҡуйған.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ