Был урында завод буласаҡ

Әбйәлил районы Йәнгел ауылы эргәһендә ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары һәм аҡ цемент етештереүҙе яйға һалыу буйынса эш план буйынса бара. Әле буласаҡ завод кәрәкле инфраструктура менән тьәмин ителә, юл, газ торбалары һәм электр линиялары һуҙыла. Төбәктә эштәр барышы менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.

Йәнгел ауылынан буласаҡ завод майҙансығына электр селтәре һуҙыла. Эш тамаланыуға табан бара. Тәүге этапта предприятиеға талап ителгән ҡеүәттәр тәьмин ителде, ти Белорет электр селтәре баш инженеры урынбаҫары Илгиз Нәбиев.

Әлегә был линия 7 мегаваттҡа иҫәпләнгән. Әммә талап ителгән осраҡта ҡеүәттәрҙе арттырыға ла мөмкин. Әле һуҙған селтәрҙе артабан камиллаштырыу юлдары бар. Завод биргән заказ буйынса барыһын да эшләргә әҙербеҙ.

Илгиз Нәбиев, Белорет электр селтәрҙәре баш инженеры урынбаҫары

Килешеү нигеҙендә Башҡортостан буласаҡ предприятиеның инфраструктураһын ҡороуҙы үҙ өҫтөнә алған. Электр селтәренән тыш завод урынлашҡан майҙанға юл, газ торбалары һалына. Республика үҙ йөкләмәһен теүәл үтәй.

Йәнгел ауылы эргәһендә сеймал сығарыу эштәре лә башланып тора. Аҡ цемент етештереү өсөн ошондай эзбиз таштары ҡулланыла. Белгестәр әйтеүенсә, асылда был өлгөрөп етмәгән мәрмәр. Аҡтарылған таш киҫәктәрен ентекләп ҡарағанда, уларҙа диңгеҙ ҡабырсаҡтарын да күрергә мөмкин.

"Ласселсбергер" компанияһы менән килешеү нигеҙендә тәүге этапта Әбйәлил районына 2 миллиард һумдан ашыу инвестициялар йәлеп итеү күҙаллана. Завод асылыуын бигерәк тә урындағы халыҡ түҙемһеҙләнеп көтә. Предприятиела 500 яңы эш урыны асыу ҡаралған.

Рәсәйҙә аҡ цемент әлегә бары Мәскәү өлкәһендә етештерелә. Уның йыллыҡ етештереү ҡеүәте 65 мең тоннаға иҫәпләнгән. Төҙөлөш баҙарының ихтыяжы иһә йылына 185 мең тонна. Шуға ла Башҡортостанда асыласаҡ яңы предприятиеға өмөт ҙур. Әбйәлилдә етештерелгән аҡ цемент менән ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары импорт кимәлен шаҡтай кәметергә мөмкинлек бирәсәк тип күҙаллай белгестәр.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.