“Мираҫ

Республикабыҙҙың билдәле коллективтарының береһе "Донъя музыкаһы һәм бейеүҙәре" халыҡ-ара фестивале барышында Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында сығыш яһаясаҡ.

Фото №1 - “Мираҫ

29 июндән 15 июлгә тиклем ойошторолған күләмле сарала Ер шарының төрлө мөйөшөнән сәхнә йондоҙҙары йыйыла. Рәсәйҙең бай мәҙәни тормошо менән яҡташтарыбыҙ – "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле таныштырасаҡ. Байрамға әҙерлек күптән башланған.

Былтыр майҙа Халыҡ-ара фольклор фестивалдәрен ойоштороу һәм традицион сәнғәт советы президенты Филипп Боссан Башҡортостандың ижади коллективына саҡырыу ебәргән була. Был бәхет илдең тик бер фольклор коллективына ғына эләгә. Әйткәндәй, ансамбль хорына фестивалдең гимнын башҡарыу хоҡуғы ла бирелгән.

15 минут эсендә беҙ үҙебеҙҙең иң сағыу номерҙарҙы күрһәтәсәкбеҙ: “Сатыр буйында”, “Йәшлек” тигән бейеүҙәр, оркестр аккомпаниаторлығында ҡурай.

Байрас Ишбирҙин, "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле директоры

"Мираҫ"тар ижади коллективтың ҙурлығы менән дан тота. Францияға солистарҙың бер өлөшө генә бара. Делегация 35 кешенән тора. Әйкәндәй, яҡташтарыбыҙ Франция ҡалалары буйлап ойошторолған турҙа ҡатнашып та, бер сәғәтлек концерт программалары менән сит ил тамашсыһын һөйөндөрәсәк. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов та Парижға юлланып, ике төбәк араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуға үҙ өлөшөн индерәсәк.

2020 йылда Башҡортостанда Халыҡ-ара фольклориада буласаҡ. Фестивальда ҡатнашҡан бөтә коллективтар аҙаҡ беҙгә киләсәк. Яҡындан танышыу, хеҙмәттәшлек ептәрен нығытыу өсөн яҡшы аҙымдар.

Сынтимер Баязитов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ