Уҙған төндә Өфөлә ауырлы ҡатындың ғүмере өҙөлдө

Авария Черниковка биҫтәһендә - Беренсе Май һәм Азатлыҡ урамдары киҫелешендә теркәлде. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, "Daewoo Nexia" һул яҡҡа боролған ваҡытта, уға "Nissan Teana" автомобиле килеп бәрелә. Һуңынан транспорт сараларының береһе яна башлай.

Фото №1 - Уҙған төндә Өфөлә ауырлы ҡатындың ғүмере өҙөлдө

Шаһиттар әйтеүенсә, пассажир ҡатын машинала ҡыҫылып ҡалған. Ваҡиға урынына килгән ҡотҡарыусылар уға ут эсенән сығырға ярҙамлаша. "Daewoo Nexia" пассажирҙары - йөклө ҡатын һәм уның ике йәшлек улы етди зыян күрә. Водитель төрлө йәрәхәттәр ала.

Баланы автокреслонан дауаханаға оҙатыуҙары билдәле. Уның баш һөйәге яраланған. Ҡатын ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла. Әммә уның операция өҫтәлендә ғүмере өҙөлә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ