Борис Кустодиевтың күргәҙмәһе асылды

Өфөлә "Башҡортостан рустары соборы" менән "Мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү" йәмәғәт ойошмаһының Борис Кустодиевтың картиналарынан торған берлектәге күргәҙмәһе асылды. Экспозиция рәссамдың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған.

Фото №1 - Борис Кустодиевтың күргәҙмәһе асылды

Борис Кустодиевтың эштәре һәр кемгә яҡшы таныш. Ижады тотош донъя кимәлендә билдәле. Картиналарында ул башлыса Рәсәй сауҙагәрҙәрен төшөргән. Уларҙы рәссам төрлө яҡлап һүрәтләгән. Күргәҙмә менән "Башҡортостан рустары Соборы" күргәҙмә залында танышырға мөмкин

Бындағы картиналарҙың барыһы ла оригинал түгел, копия. Әммә быға ҡарамаҫтан һәр береһе үҙенә тартып тора. Ҡулланылған буяуҙар сағыулығына хайран ҡалам.

Резеда Биктимерова, күргәҙмәгә килеүсе

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ