Футбол буйынса донъя чемпионаты дауам итә

Футбол буйынса донъя чемпионатының 1/8-се финалында Рәсәй йыйылма командаһы Испания менән осраша. Кисә Станислав Черчесов дружинаһы сығыш яһаған "А" төркөмөндә һуңғы өсөнсө уйындар үтте. Ватандаштарыбыҙ Һамар ҡалаһы стадионында Уругвай менән көс һынашты.

Фото №1 - Футбол буйынса донъя чемпионаты дауам итә

Әммә алдағы матчтарҙан айырмалы был юлы Рәсәй футболсылары үҙенең барлыҡ оҫталығын күрһәтә алманы. Һөҙөмтәлә улар Көньяҡ Америка дәүләтенән 0-3 иҫәбенә отолдо. Уңышһыҙлыҡҡа ҡарамаҫтан яҡташтарыбыҙ үҙ тарихында тәүге тапҡыр донъя чемпионатының плей-оффына сыҡты.

Рәсәй менән Испания араһындағы осрашыу 1июлдә киске сәғәт етелә Мәскәүҙең "Лужники" стадионында уҙа.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ