Өфөнөң Тыныслыҡ урамында юлдарҙы ремонтлау эше дауам итә

Ремонт эштәре ағымдағы йылдың апрель айында башлана. Әлеге ваҡытҡа иҫке ҡатламды фрезалау эше тамамланған. Яңы бордюр таштарын урынлаштыралар.

Фото №1 - Өфөнөң Тыныслыҡ урамында юлдарҙы ремонтлау эше дауам итә

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә,ял көндәрендә Беренсе Май урамынан Нежинская урамына тиклем ремонт эштәре башҡарыла. Эшмеләр асфальтбетон ҡатнашмаһын һала. Әле төҙөкләндереү Нежинская урамынан Комаров урамына тиклем бара.

Районда 18 юл участкаһын ремонтлау күҙаллана. Урында йәшәүселәрҙе үҙ маршруттарын алдан хәстәрләү кәңәш ителә. Эштәр дауам итә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ